Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 3:9 - Изге Яҙма

9 «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 3:9
22 Referencias Cruzadas  

Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.


Уға: – Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр. – Бер ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас, нисек Һин: «Азат булырһығыҙ», – тиһең?


Халҡыбыҙҙың тәүатаһы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?


– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?


Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. –


яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү,


– Эй әҙәм улы, Исраилдың харабалары араһында йәшәүселәр: «Ибраһим, яңғыҙ була тороп та, был ергә хужа булған. Беҙ иһә күмәкбеҙ, әлбиттә, был ер беҙгә биләмә итеп бирелгән», – тиҙәр.


Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне.


Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.


Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған.


Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios