3 Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине.
Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды.
кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.
Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.
Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: шөһрәтенән ер яҡтырҙы.
унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:
Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.
Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.
Шунан күрҙем: Тәхеттәр ҡуйылды, Мәңгелек Зат тәхеткә ултырҙы. Кейемдәре ап-аҡ ҡар ише, Сәстәре – бәрәс йөнө һымаҡ салт. Тәхете – утлы ялҡын, Тәгәрмәстәре – дөрләп янған ут.
Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлек кеүек ҡатып ҡалды.