Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 26:3 - Изге Яҙма

3 Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 26:3
23 Referencias Cruzadas  

Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!


Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп: – Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине.


Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Унда Ғайсаны бөтә ғәскәри төркөм уратып алды.


Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы.


Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә,


Ғәскәриҙәр, Ғайсаны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы.


Ихата уртаһында усаҡ яҡтылар, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петрус та урын алды.


Ханнас менән Ҡаяфас иң баш ҡаһиндар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәрьяһтың улына, Алланан хәбәр килде.


Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне.


Шунан Ханнас Ғайсаны бәйләнгән килеш иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа ебәрҙе.


Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios