Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 26:11 - Изге Яҙма

11 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт янығыҙҙа, Мин иһә һеҙҙең менән гел булмам.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт янығыҙҙа, Мин иһә һеҙҙең менән гел булмам.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 26:11
16 Referencias Cruzadas  

Сөнки ерегеҙҙә мохтаждар һәр саҡ булыр; шуға күрә һеҙгә бойорам: ярлы һәм мохтаж ҡәрҙәшегеҙгә ҡарата йомарт ҡуллы булығыҙ.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына яңынан, донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм.


Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәргәндең янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай,


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».


Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.


Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын.


Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?


Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырышам.


Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға: – Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios