Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 24:4 - Изге Яҙма

4 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!

Ver Capítulo Copiar

Инжил

4 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!

Ver Capítulo Copiar




Матфей 24:4
14 Referencias Cruzadas  

Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Арағыҙҙағы пәйғәмбәрҙәр менән күрәҙәселәр һеҙҙе алдамаһын. Улар күргән төштәрҙе тыңламағыҙ.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен.


Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Ғайса былай тине: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Раббы былай ти: „Халдейҙар беҙҙән мотлаҡ китәсәк!“ тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Улар китмәйәсәк!


Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios