Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 24:3 - Изге Яҙма

3 Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 24:3
23 Referencias Cruzadas  

Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. –


Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа


Ғайсанан: – Остаз, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.


Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Шәкерттәр Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.


Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.


Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килеп: – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һоранылар.


Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп: – Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бир әле, – тип үтенде.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ.


Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios