Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 24:21 - Изге Яҙма

21 Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

21 Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 24:21
20 Referencias Cruzadas  

Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ, Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында Ошондай хәлдең булғаны бармы?


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


Бөтә ерәнгес эштәрең арҡаһында, Йәрүсәлим, быға тиклем эшләмәгән һәм артабан да эшләмәйәсәк нәмә ҡыласаҡмын.


Ҡасыуығыҙ ҡышҡа йәки шәмбе көнгә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios