Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 21:5 - Изге Яҙма

5 «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 «Сион ҡыҙына әйтегеҙ: Бына, һиңә Батшаң килә. Ул Үҙе йыуаш булып, ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына атланған».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».

Ver Capítulo Copiar




Матфей 21:5
39 Referencias Cruzadas  

Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»


Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.


Мин Раббы уларҙың Аллаһы буласаҡмын. Ҡолом Дауыт уларҙың араһында хаким буласаҡ. Мин Раббы әйттем быларҙы.


Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


– Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Мин, арағыҙҙа «йыуаш», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Паулус, Мәсихсә баҫалҡылыҡ һәм эскерһеҙлек менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.


Ҡыҙған мине, Раббы! Алып кит Һин мине үлем ҡапҡаһынан, Миңә нәфрәт тотҡандарҙан Күргән ғазабыма ҡара!


Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы.


батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.


– Быларҙы нимәгә алып килдең? – тип һораны батша Сиванан. – Ишәктәргә батшаның ғаиләһе менеп йөрөр, икмәк менән емештәрҙе яугирҙәр ашар, шарапты ҡырҙа хәлдән тайған кешеләр эсер, – тип яуап бирҙе Сива.


Уның ҡырҡ улы һәм утыҙ ейәне бар ине. Уларҙың етмеше лә ишәккә атланып йөрөр булды. Ул Исраилда һигеҙ йыл хакимлыҡ итте.


Аҡ ишәктәргә атланып, Келәм өҫтөнә ултырып йөрөгәндәр, Юлдарҙан йәйәүләп барыусылар, Маҡтау йырлағыҙ!


Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.


Яҡуп нәҫеленән сыҡҡан кеше хаким булыр, Ҡалаларҙа тере ҡалғандарҙы юҡ итер“».


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


Шәкерттәре барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios