Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 21:12 - Изге Яҙма

12 Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 21:12
18 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен.


Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.


Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, улар ике алатубаны йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш ине.


Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.


Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.


Ғайса, Йәрүсәлимгә инеп, Алла йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Бейт-Әниәгә китте.


Шунан ул кеше хәленә күрә алып килгән алатубаларҙың йәки күгәрсендәрҙең береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп икмәк саҙаҡаһы менән бергә тәҡдим итһен. Шул рәүешле ҡаһин был кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.


Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен.


Һигеҙенсе көндө ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, уларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына килтерһен һәм ҡаһинға бирһен.


Һигеҙенсе көндө, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына килһен һәм уларҙы ҡаһинға бирһен.


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios