Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 21:1 - Изге Яҙма

1 Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Улар Иерусалимға яҡынлашҡанда, Зәйтүн тауы янындағы Виффагия ауылына ингәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 21:1
13 Referencias Cruzadas  

Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер.


Ғайса Зәйтүн тауына китте.


Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты.


Ғайса, ҡаланан сығып, ғәҙәттәгесә, Зәйтүн тауына йүнәлде, Уның артынан шәкерттәре лә эйәрҙе.


Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.


Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр.


– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Барып етеү менән бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ.


Ул Зәйтүн тауында, Алла йорто ҡаршыһында ултырған саҡта, Петрус, Яҡуп, Яхъя, Әндриас Уның менән айырым ғына ҡалғас:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios