Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 2:6 - Изге Яҙма

6 «Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 «Эй, Йәһүҙиәләге Вифлеем, һин Йәһүҙә хакимдары араһында иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең Израиль халҡымдың Көтөүсеһе буласаҡ».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 «Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».

Ver Capítulo Copiar




Матфей 2:6
24 Referencias Cruzadas  

Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.


Алла бөтә нәмәне буйһондороп, Мәсихтең аяҡ аҫтына һалды, Уны бөтөн нәмәнән өҫтөн итеп, имандаштар берҙәмлегенә баш итеп ҡуйҙы.


Туғандары араһында Йәһүҙә иң көслөһө була, юлбашсы ла уның тоҡомонан сыға, әммә баш бала булыу хоҡуғы Йософҡа бирелә.


Яҡуп нәҫеленән сыҡҡан кеше хаким булыр, Ҡалаларҙа тере ҡалғандарҙы юҡ итер“».


һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус Уға: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең һарыҡтарымды көт, – тине


Сығышы менән Бейт-Ләхәмдән булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше;


Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә ҡаһиндар хаҡында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios