Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 2:2 - Изге Яҙма

2 – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар. – Беҙ, көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек тә, Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 2:2
28 Referencias Cruzadas  

„Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Ҡәүемдәр – һинең яҡтылығыңа, Батшалар өҫтөңдә балҡыған нурға киләсәк.


– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.


Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтә фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.


Уның баш осона «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйҙылар.


Пилатос Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы.


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине.


– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким.


Үҙҙәренең Аллалары Раббыға һәм Мин тәхеткә ултыртасаҡ батшалары Дауытҡа хеҙмәт итерҙәр.


«Тынысланығыҙ! Белегеҙ, Мин – Алла! Бар ҡәүемдәр өҫтөндә торормон, Ер йөҙөндә юғары булырмын!»


– Әфәндем, мин ышанам! – тип, күҙҙәре асылған кеше Уның алдына килеп тубыҡланды.


Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны.


хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар.


Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.


– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Томас.


«Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».


Был хаҡта ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға ҡалды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios