Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 2:18 - Изге Яҙма

18 «Рама ҡалаһында көслө бер тауыш – иңрәп, һыҡтап илау ишетелә: балалары өсөн Рәхилә илай был. Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй, сөнки балалары юҡтар инде».

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 «Рама ҡалаһында көслө тауыш – илау һәм һыҡтау тауышы ишетелә. Балаларын йәлләп Рәхилә илай, йыуанырға теләмәй, сөнки улар юҡтар инде».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 «Рама ҡалаһында көслө бер тауыш – иңрәп, һыҡтап илау ишетелә: балалары өсөн Рәхилә илай был. Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй, сөнки балалары юҡтар инде».

Ver Capítulo Copiar




Матфей 2:18
12 Referencias Cruzadas  

Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».


Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»


Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны.


– Малай юҡ та баһа! – тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. – Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер?


Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.


Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:


Бөтәһе лә үкһеп иланы. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios