10 Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләре ҡыуанып бөтә алманы.
10 Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләренең ҡыуанысының сиге булманы.
Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар, Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар!
Көтөүселәр, ишеткән-күргәндәренең бөтәһе өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтты. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булды.
– Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:
Ә тәҡүәләр ҡыуанһын, Байрам итһендәр Алланың хозурында, Шатланып күңел асһындар.
Таулы илде яуларға килтерҙе, Баҫыуының емешенә туйындырҙы, Уны ҡаянан аҡҡан бал менән, Саҡматаштан һығылған зәйтүн менән һыйланы.
Батшаны тыңлағандан һуң, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм, Бала булған урынға килеп еткәс, туҡтап ҡалды.
Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.