Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 19:6 - Изге Яҙма

6 Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 19:6
10 Referencias Cruzadas  

Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Мәҫәлән, ирле ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун буйынса уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат була.


Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата.


Һеҙ: «Ни өсөн һуң?» – тип аптырайһығыҙ. Сөнки Раббы – һинең менән һәм һин йәшләй өйләнгән ҡатының араһында шаһит ине. Ул ҡатын һинең юлдашың һәм никах килешеүе менән хәләлең булған хәлдә, һин уға хыянат иттең.


Был ҡатын йәштән сыҡҡан ирен ташлап, Алла алдындағы антын онотҡан.


Ҡатыныңды ҡыуыу, уға нәфрәтләнеү, – ти Исраил Аллаһы Раббы, – үҙ-үҙеңде йәбер-золом менән таплауға тиң, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Күңелегеҙҙе һаҡлағыҙ, хыянатсы булмағыҙ.


Алла шулай уҡ: «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән.


Фарисейҙар иһә: – Улайһа, ни өсөн Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырып ебәрергә рөхсәт иткән? – тинеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios