Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 18:5 - Изге Яҙма

5 Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 18:5
12 Referencias Cruzadas  

Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


– Ошондай балаларҙың береһен кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәргәнде ҡабул итә, – тине.


– Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине.


Кем Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн һеҙгә бер сеүәтә һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер.


Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.


– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр.


Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios