Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 14:3 - Изге Яҙма

3 Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 14:3
18 Referencias Cruzadas  

Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны, сөнки Һируд был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә туғаныңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне.


Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды.


Шул ваҡыт Һирудиастың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Һирудҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине.


Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки


Төрмәлә ултырған Яхъя Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.


Шул саҡ ҡайһы берәүҙәр, Ғайса янына килеп, Пилатос үлтерткән Галилея кешеләре тураһында һөйләне. Ҡорбан килтергән ваҡытта үлтерелгән ул кешеләрҙең ҡаны ҡорбан малының ҡаны менән буталған.


Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны,


Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,


Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.


Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға: – Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине.


Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине.


Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилатос янына кире ебәрҙе.


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Шул ваҡыттарҙа Һируд батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios