Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 13:21 - Изге Яҙма

21 әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

21 әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 13:21
47 Referencias Cruzadas  

Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса.


Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.


иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм ныҡ торған хәлдә


Кеше яуызлыҡ менән нығына алмаҫ, ә тоғроларҙың тамыры ҡоромаҫ.


Әгәр ҙә: „Нисек беҙ уны эҙәрләйек? Яуызлыҡтың тамыры үҙендә бит һуң“, – тиһәгеҙ,


Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.


Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фугелос менән Һермогенес та улар араһында.


Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.


Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле итергә тырышалар.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!


Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, улар тиҙ үк сигенә.


Петрус иһә: – Бөтәһе лә Һине ташлап киткән хәлдә лә, мин бер ҡасан да ташламам! – тине.


Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.


Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Шулай тип, Уны инҡар иттеләр. Ғайса уларға: – Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине.


Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Боҙоҡ әҙәм башҡа яуыздарҙың байлығын көҫәр, тәҡүә әҙәмдең тамыры үҫенте бирер.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә,


Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios