Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 12:2 - Изге Яҙма

2 Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә ярамағанды ҡыла, – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 12:2
19 Referencias Cruzadas  

Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.


– Ҡанун буйынса, шәмбе көндө дауаларға яраймы? – тип һораны Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.


Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр.


Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң,


алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер.


Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын.


– Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? Ул, Алла йортона инеп, үҙенең кешеләре менән Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған. Ә ҡанун буйынса, уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тине Ғайса. –


Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны.


Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Ни өсөн һеҙ шәмбе көндө тыйылғанды эшләйһегеҙ? – тип һораны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios