Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 12:10 - Изге Яҙма

10 Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көнөндә һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 12:10
21 Referencias Cruzadas  

Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине.


Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизәне ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.


Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы.


Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.


Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты.


Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр.


Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын!


Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй, Күңеле яуызлыҡты үҙ итә, Иманһыҙ эштәр ҡыла, Раббы хаҡында ялған тарата, Астарҙың ризығын тартып ала, Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра.


бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, фалиж һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ята ине.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


былай тине: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһен дә тапманым.


Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.


Ҡайһы бер фарисейҙар, Ғайсаға килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй, Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай. Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр. Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар.


Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.


Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios