Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 11:8 - Изге Яҙма

8 Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Юҡ? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 11:8
11 Referencias Cruzadas  

Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды.


Ул көндө һәр пәйғәмбәр пәйғәмбәрлек иткән сағында күргән күренмеше өсөн оялыр; инде уларҙың береһе лә башҡаларҙы алдар өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыл ябынсаһын кеймәҫ.


Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө.


– Сәстәре ныҡ етек ине, биленә ҡайыш билбау таҡҡайны, – тип яуапланылар. – Тишбе ҡалаһынан Ильяс был, – тине батша.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, аслыҡтан һәм сарсауҙан яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡта ла туңдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.


Беҙ әлегә тиклем асығабыҙ, һыуһайбыҙ, яланғасбыҙ, туҡмалабыҙ һәм урындан урынға күсенеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки баш осонда ҡыйығыбыҙ юҡ.


Арағыҙҙағы иң йомшаҡ күңелле, иғтибарлы һаналған ир ҙә үҙ туғанына, яратҡан ҡатынына һәм әле иҫән ҡалған балаларына аяуһыҙ күҙҙәре менән ҡарар.


Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?


Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк.


Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит затлы кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios