Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 11:13 - Изге Яҙма

13 Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да, Яхъя килгәнгә тиклем, буласаҡ ваҡиғалар тураһында пәйғәмбәрлек итте.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 11:13
10 Referencias Cruzadas  

Әммә хәҙер Алланың кешеләрҙе ҡанундан тыш та аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай.


Йәрүсәлим халҡы һәм уларҙың башлыҡтары Ғайсаның кем икәнен таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.


Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар.


Әгәр ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, белегеҙ: ул – килергә тейеш булған Ильяс.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios