Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 10:7 - Изге Яҙма

7 Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 10:7
19 Referencias Cruzadas  

Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.


Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр,


Инеп килгән Петрусҡа ҡаршы сыҡҡан Корнелиус, уның аяҡтарына йығылып, йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.


Шәкерттәр юлға сыҡты, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөнө.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.


Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios