Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 10:5 - Изге Яҙма

5 Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 10:5
27 Referencias Cruzadas  

Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самариялыларҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).


Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.


Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине.


Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Йәһүдтәр үҙ-ара: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?


Ул Самарияның Сүхәр тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡуптың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине.


Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән.


«Эй Зевулун ере, Нафтали ере, диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!


Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.


– «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.


Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Йәрүсәлимдә генә, тиһегеҙ.


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылға уларҙы Үҙенең алдынан икешәрләп сығарып ебәрҙе.


Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән.


Ул ун ике шәкертен янына саҡырып алды ла, уларға яуыз рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе.


Ғайса, ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп,


Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios