Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 10:14 - Изге Яҙма

14 Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 10:14
14 Referencias Cruzadas  

Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне.


Паулус менән Барнабас иһә, уларға ҡаршылыҡ йөҙөнән, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Иконион ҡалаһына китте.


Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


– Ошондай балаларҙың береһен кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәргәнде ҡабул итә, – тине.


Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.


– Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине.


Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios