Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Матфей 10:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен янына саҡырып, уларға кешеләрҙең эсенән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен янына саҡырып, уларға кешеләрҙең эсенән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Матфей 10:1
26 Referencias Cruzadas  

Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер нәмә лә зыян килтерә алмаҫ.


Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны.


Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.


Әммә яуыз рух: – Ғайсаны беләм, Паулус та миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе.


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.


Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡ аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.


Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.


Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios