Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 9:7 - Изге Яҙма

7 Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған»,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған»,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған»,

Ver Capítulo Copiar




Лукас 9:7
13 Referencias Cruzadas  

– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап бирҙеләр Уға.


Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда,


Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы.


Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә.


Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.


Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер.


Төрмәлә ултырған Яхъя Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.


– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар.


Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға: – Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине.


Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios