56 Улар икенсе ауылға юл тотто.
56 Улар икенсе ауылға юл тотҡан.
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.
Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.
Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.
Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.
Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.
Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.
Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем.
Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.
Әммә Ғайса: – Туҡтағыҙ, етте! – тине лә ҡулы менән ҡағылып хеҙмәтсене һауыҡтырҙы.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй.
Ләкин Ғайса әйләнеп ҡараны ла уларҙы тыйҙы.
Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәште.