Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:41 - Изге Яҙма

41 – Ике кеше бер әҙәмгә бурыслы икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке – илле динар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

41 – Ике кешенең бурысҡа биргән берәүгә бурыстары бар икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке илле динар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

41 – Ике кеше бер әҙәмгә бурыслы икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке – илле динар.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:41
17 Referencias Cruzadas  

Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Хеҙмәтсе иһә, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Бурысыңды түлә!» – тип талап иткән.


Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.


Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит.


Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине.


Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы?


Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға лайыҡ эш ҡылған хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер. Кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.


Раббы миңә: – Хыянатсыл Исраил хаин Йәһүҙәгә ҡарағанда тоғрораҡ булып сыҡты, – тине. –


Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.


– Атайыбыҙ сүлдә үлеп ҡалды, ләкин Ҡорах яҡлылар менән Раббыға ҡаршы күтәрелгәндәр араһында түгел ине. Ул үҙ гонаһы өсөн үлде. Уның ир балалары булманы.


– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Уларҙы ашатыр өсөн үҙебеҙ барып ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тип һораны.


Ғайса уға: – Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине. – Әйт, Остаз, – тине фарисей.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios