Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:38 - Изге Яҙма

38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:38
25 Referencias Cruzadas  

Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр.


Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.


Һыу алып килеп аяҡтарығыҙҙы йыуырҙар, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ.


Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам».


Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.


Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен.


әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.


Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. –


Илаһ Мөләхкә зәйтүн майы ташының, Хуш еҫле майҙарҙы муллап исрафланың. Илселәреңде йыраҡҡа оҙаттың, Үлеләр донъяһына тиклем төшөрҙөң.


Үҙ артыңдан әйҙә мине – йүгерәйек! Батшам мине бүлмәһенә алып килде! Эй батшабыҙ, ҡыуанырбыҙ, Һинең менән һоҡланырбыҙ, Һөйөүеңде шараптан былай маҡтарбыҙ – Ысынлап та яратыуға лайыҡһың һин!


Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы.


Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.


Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәсе менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле – уларҙың ҡустылары ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios