Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 7:37 - Изге Яҙма

37 Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

37 Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, шунда барған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

37 Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 7:37
18 Referencias Cruzadas  

Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


«Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар менән ни булыр?»


Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, тәҡүәһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,


Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән.


Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Алла иһә беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: беҙ гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ Мәсих беҙҙең өсөн үлде.


Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәсе менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле – уларҙың ҡустылары ине.


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.


Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios