Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:26 - Изге Яҙма

26 Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26 Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:26
18 Referencias Cruzadas  

Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде.


Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Алтын менән көмөш – утта, кеше маҡтау менән һынала.


Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios