Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 6:12 - Изге Яҙма

12 Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

12 Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 6:12
23 Referencias Cruzadas  

Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде.


Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды.


Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ.


Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.


– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.


Төнөн йәнем Һиңә сарсай, Рухым бар булмышым менән Һине эҙләй. Сөнки ерҙә хөкөмөң бар саҡта Донъяла йәшәүселәр ғәҙеллекте белер.


Халыҡ төркөмөн күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.


Ғайса, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс,


Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булды.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.


Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды.


Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, шәкерттәре Уның янында ине. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.


Ошо һүҙҙәрҙән һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, Ғайса Петрусты, Яхъяны һәм Яҡупты Үҙе менән алып, доға ҡылырға тауға менде.


Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде.


Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға сығып ултырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios