Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 24:49 - Изге Яҙма

49 Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

49 Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Иерусалимда ҡалығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

49 Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 24:49
12 Referencias Cruzadas  

Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Шулай бер ваҡыт, ашап ултырғандарында, Ғайса илселәренә бойорҙо: – Йәрүсәлимдән китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем.


Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.


Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Мусия төбәгенә еткәс, улар Биҫунияға барырға уйлағайны, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios