Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 23:9 - Изге Яҙма

9 Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 23:9
13 Referencias Cruzadas  

Ғайса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Идарасы быға бик ғәжәпләнде.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Хәбәши Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Салырға килтерелгән һарыҡ шикелле, йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс кеүек, Ул ауыҙын асманы.


Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ.


Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр.


Уны иҙҙеләр, Ул ғазап сикте, әммә ауыҙын асманы. Салырға килтерелгән бәрәс шикелле, Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған һарыҡ кеүек Ауыҙын асманы.


Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».


Баш ҡаһиндарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул яуап ҡайтарманы.


Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни ҙә өндәшмәне. Быға Пилатос бик ныҡ ғәжәпләнде.


Шунда торған баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны үтә лә тырышып ғәйепләнеләр.


һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан: – Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios