16-17 Шуға күрә, уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм.
16-17 Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм.
Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.
Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Пилатос, халыҡҡа ярарға тырышып, Бараббасты азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине.
Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ.
Ләкин Паулус: – Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөм итмәйенсә туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.