Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:2 - Изге Яҙма

2 Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:2
12 Referencias Cruzadas  

Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булғанын беләһегеҙ. Шунда Әҙәм Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тапшырасаҡтар, – тине.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре, был ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты.


Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне.


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios