Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 22:17 - Изге Яҙма

17 Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

17 Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 22:17
15 Referencias Cruzadas  

Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған кеше лә быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе.


Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ.


Тамағыңа ашап туйғас, һеҙгә бирелгән бәрәкәтле ер өсөн Аллаң Раббыға шөкөр ит.


Ул Раббының бәрәкәтен алыр, Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр.


Ҡалаға барһағыҙ, уны табыныу ҡалҡыулығына ашҡа киткәнсе осратырһығыҙ. Ул ҡорбанға фатиха бирмәй тороп, халыҡ табынға ултырмай. Саҡырылғандар ул килгәс кенә ашай башлаясаҡ. Йәһәтерәк атлаһағыҙ, тап итерһегеҙ.


Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios