Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Лукас 21:12 - Изге Яҙма

12 Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

Изге Яҙма

Лукас 21:12
31 Referencias Cruzadas  

Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға,

Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Паулусты нимәлә ғәйепләүҙәрен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш ҡаһиндарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Паулусты, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.

Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты.

Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.

«Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар.

Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән.

Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.

әммә быларҙың барыһы ла – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына.

көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.

Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios