Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 21:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 21:1
12 Referencias Cruzadas  

Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


Баш ҡаһиндар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.


Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.


Келәттәргә хужа итеп мин ҡаһин Шәләмъяһты, кәтип Садоҡты, левиҙәрҙән Педаяһты, уларға ярҙамға Маттанъяһтан тыуған Заккур улы Хананды ҡуйҙым, сөнки улар тоғро кешеләр булып иҫәпләнә ине. Үҙҙәренең ҡәрҙәштәренә өлөш таратыу уларға йөкмәтелде.


Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды.


Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте.


Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй.


Йеһоядағ ҡаһин бер һандыҡ алды, ҡапҡасына ярыҡ уйҙы ла, ҡорбан усағының уң яғына, ҡорамға инә торған урынға ҡуйҙы. Тупһала һаҡта торған ҡаһиндар һандыҡҡа халыҡ Раббы ҡорамына алып килгән аҡсаларҙы һала барҙы.


Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios