Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:6 - Изге Яҙма

6 Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:6
13 Referencias Cruzadas  

«Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.


Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк.


Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар.


Уның янына килеүселәр күп булды, улар бер-береһенә: – Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәгәйне, әммә Яхъяның Уның тураһында әйткәндәре бөтәһе лә дөрөҫ, – тине.


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар.


«Тик быны байрам осоронда эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тинеләр.


Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине.


Һируд Яхъяны үлтергән булыр ине, тик халыҡтан ҡурҡҡайны. Сөнки кешеләр Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты.


Тегеләр үҙ-ара фекер алышты: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


Ахырҙа: – Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios