23 Ғайса уларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
23 Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә».
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан саҡҡандан үлде.
Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.
Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине. Теге кеше сығып баҫты.
Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. –
Ғайса уларҙың яуыз ниәтен аңлап: – Эй ике йөҙлөләр, ниңә һеҙ Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? – тине.
Ғайса янына фарисейҙар менән саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.
Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!
Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.
– Ҡайҙа, Миңә бер динар күрһәтегеҙ әле. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап бирҙеләр.
– Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –
Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.