Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:20 - Изге Яҙма

20 Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:20
20 Referencias Cruzadas  

Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты.


Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.


Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын».


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын таба алманылар. Уның яуабына иҫтәре китеп, шымып ҡалдылар.


Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.


Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.


Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села


Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә


Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.


Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios