Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 20:13 - Изге Яҙма

13 Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 20:13
19 Referencias Cruzadas  

Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.


Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.


Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.


Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.


Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Ә һин, әҙәм улы, һөргөнгә киткәндәге һымаҡ кәрәк-ярағыңды әҙерлә, уларҙың күҙ алдында көпә-көндөҙ юлға сыҡ. Һинең, өйөңдө ташлап, башҡа ергә киткәнеңде барыһы ла күрһен. Кем белә, бәлки, фетнәсел халыҡ булһалар ҙа, аңларҙар.


– Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән.


Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ, ниһайәт: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да,


Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар.


Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек, шунда уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios