Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 2:26 - Изге Яҙма

26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 2:26
20 Referencias Cruzadas  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.


Ханох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. «Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала». Алланың, янына алғанға тиклем үк, уның менән ҡәнәғәт булғаны шаһитлыҡ ителгән.


Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте.


Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә вәғәзләгән Ғайса – шул Мәсих бит инде, – тине Паулус.


Ундағы ғибәҙәтханаларға ингәс тә: – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй ҙә башланы.


Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды.


– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки, Ул Мәсихтер? – тине.


Ул, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат» тигәнде аңлата.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.


Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


– Хәҙер инде, бөйөк Хаким, ҡолоң был донъянан тыныс китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios