Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 19:17 - Изге Яҙма

17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 19:17
14 Referencias Cruzadas  

Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм.


Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Инжир ағасын ҡарап үҫтергән уның емешен ашар, хужаһын хәстәрләгән – хөрмәт ҡаҙаныр.


Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән.


Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios