Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 19:10 - Изге Яҙма

10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 19:10
17 Referencias Cruzadas  

Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


Беҙ әле ярҙамға мохтаж булғанда, Алла билдәләгән бер ваҡытта Мәсих аллаһыҙҙар өсөн үлде.


– Мин бары тик Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәнмен, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ.


Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын.


Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.


Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, өйҙө һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме ни?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios