Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:39 - Изге Яҙма

39 Алда барғандар, уны әрләп, тыйырға тырышты, әммә ул: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырыбыраҡ ҡабатланы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

39 Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

39 Алда барғандар, уны әрләп, тыйырға тырышты, әммә ул: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырыбыраҡ ҡабатланы.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:39
16 Referencias Cruzadas  

Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы. Мин Раббыға һөрән һалам, Раббыға мәрхәмәт һорап ялбарам.


Ғайса ҡағылып Үҙенең фатихаһын бирһен өсөн, Уның янына бәләкәй балаларын да алып килделәр. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләне, үткәрмәне.


Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.


Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға: – Остаз, шәкерттәреңде тый! – тине.


Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә юл бирмәнегеҙ.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, Остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйтте.


Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.


Ғайса, туҡтап, уны Үҙенең янына килтерергә ҡушты. Һуҡыр килгәс:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios