Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 18:38 - Изге Яҙма

38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 18:38
14 Referencias Cruzadas  

Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе.


Алда барғандар, уны әрләп, тыйырға тырышты, әммә ул: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырыбыраҡ ҡабатланы.


Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.


Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында һөйләнелә. Мәсихтең кеше булараҡ сығышы Дауыт нәҫеленән ине, ә изгелек Рухы буйынса, үленән терелтелеүе менән, Ул Алланың ҡөҙрәтле Улы тип тәғәйенләнгән.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм Алла йортондағы балаларҙың: «Дауыт Улына һосанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш ҡаһиндарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.


Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.


Бөтөн халыҡ шаҡ ҡатып бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ.


Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.


Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр.


– Назаралы Ғайса үтеп бара, – тинеләр уға.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios