Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Лукас 16:8 - Изге Яҙма

8 Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.

Ver Capítulo Copiar




Лукас 16:8
23 Referencias Cruzadas  

Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – яҡтылыҡ һәм көн балалары, ә төн һәм ҡараңғылыҡтыҡы түгел.


Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.


Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр.


Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса, китеп, уларҙың күҙенән юғалды.


Алла балалары менән Иблис балалары араһындағы айырма ошонда күренә: ғәҙел эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


Әһә, таптым! Хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн, нимә эшләргә кәрәклеген беләм», – тип уйлаған.


Тағы ла артмаһындар өсөн, әйҙә, берәй әмәлен табайыҡ. Юғиһә, һуғыш-фәлән сыға ҡалһа, дошмандар менән берләшеп, беҙгә ҡаршы ҡорал күтәрерҙәр, илде ташлап китерҙәр, – тине.


Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан: – Ысынлап та Алла һеҙгә баҡсалағы бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәнеме? – тип һораны.


Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Был донъя кешеләре өйләнә, кейәүгә сыға.


Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.


Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Раббы Ғайса һүҙен былай тип тамамланы: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме?


– Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петрус. – Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса.


Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен, ҡаһиндарын, уға табынған бөтә кешеләрҙе саҡырығыҙ. Береһе лә ҡалмаһын. Мин Бәғелгә оло ҡорбан салам. Килмәй ҡалғандар тере ҡалмаясаҡ. Был хәйлә ине. Ошо юл менән Йеһу Бәғелгә табыныусыларҙың барыһын да ҡырып бөтөрөргә уйланы.


Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ.


Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идарасы: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да „һикһән тоҡ“ тип яҙ», – тигән.


Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы һаналғандар өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ.


Кеше аҡылына күрә маҡталыр, боҙоҡ ниәтле – хурланыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios